04:30 (UTC+5), 04 Октября 2010

Башҡортостандың Мишкә районында Бөрө йылғаһында гидроузел төҙөү буйынса эштәрҙең беренсе этабы тамамланған

"Башинформ"
Башҡортостандың Мишкә районында Бөрө йылғаһында гидроузел төҙөлөшө буйынса эштәр алып барыла. Проекттың дөйөм хаҡы – 80 млн. һум. 1930-1950 йылдарҙа был урында һыу һаҡлағыс булып, унда ике электростанция эшләгән. Гидроузелды тергеҙеүгә өҫтәмә ресурстар, шул иҫәптән федераль бюджеттан средстволар талап ителәсәк.
«Мин был эшкә гидроузел төҙөлөшөнә федераль бюджетан субвенциялар, субсидиялар йәлеп итеү өсөн ҡушыласаҡмын», — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2 октябрҙә Мишкә районына визиты барышында.
Бөрө йылғаһында гидроузел төҙөү эргә-тирәләге тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итәсәк. Бынан тыш, бында 400 киловатт ҡеүәттәге бәләкәй ГЭС-ты сафҡа индереү һәм әүҙем ял өсөн инфраструктура булдырыу планлаштырыла. Һыуһаҡлағыстың планлаштырылған күләме — 1,5 млн. кубометр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика