05:40 (UTC+5), 01 Октября 2010

Халыҡ-ара Ололар көнө менән!

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хөрмәтле пенсионерҙарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын бөгөн билдәләнгән Халыҡ-ара Ололар көнө менән ҡотланы. Республика башлығы ҡотлауында шулай тиелә:
"1 октябрҙә һеҙгә рәхмәт һүҙҙәре әйтеү, ихтирам һәм иғтибар күрһәтеү традицияға әүерелде.
Ғүмерегеҙҙең тиҫтәләрсә йылын һеҙ көсөргәнешле хеҙмәткә бағышлағанһығыҙ. Ҡайҙа ғына эшләһәгеҙ ҙә – заводта йәки баҫыуҙамы, мәктәптә йәки дауаханаламы – һәр берегеҙ республиканың һәм илдең дөйөм ҡаҙаныштарына үҙ өлөшөн индергән. Бөгөн дә һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ һәм тәрән аҡылығыҙ йәштәргә тәрбиә биреүҙә, бай йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа айырым әһәмиәткә эйә.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең юбилей йылында һуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә айырым ихтирам белдерергә һәм улар алдында хөрмәт менән баш эйергә теләйем. Һеҙҙең ғүмер – ҡаһарманлыҡ һәм тырышлыҡтың, Тыуған илгә тоғролоҡтоң иң яҡшы өлгөһө.
Бөгөн ололарҙың проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын йәнә иғтибарға алыу мөһим. Оло быуын вәкилдәренә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу – социаль сәйәсәтебеҙҙең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Пенсия системаһын модернизациялау, социаль һәм медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу ошо эштең төп йүнәлештәре булып тора. Ошо хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙы тағы ла уңайлыраҡ итеү маҡсатында «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙ ололарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү өсөн бизнес вәкилдәрен йәлеп итәсәкбеҙ, социаль хеҙмәтләндереү өсөн белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ. Ә эшләргә теләге булғандарға хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм квалификацияны алмаштырыу өсөн шарттар булдырасаҡбыҙ, мәшғүллектең махсус программаларын эшләйәсәкбеҙ.
Хеҙмәтегеҙ, тыуған республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн башҡарған эштәрегеҙҙең барыһы өсөн дә һеҙгә оло рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, именлек һәм күңел көрлөгө теләйем".
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика