Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Сентябрь 2010, 17:51

Стәрлетамаҡ хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы үткәрелде. Унда хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм ҡала хакимиәте башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.
Вәхит Әбдрәхимов икенсе эшкә күсеү менән бәйле хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Совет депутаттары Алексей Изотовҡа йөкмәтте.
Ул хакимиәт башлығы вазифаһын ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡала округы Советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.
Совет ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: