Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
15+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Сентябрь 2010, 11:02
Чиновниктарҙың эшен һөҙөмтәһенә ҡарап баһалаясаҡтар
27 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабановҡа Хөкүмәт ағзалары һәм республикалағы башҡа чиновниктар эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен әҙерләргә ҡушты.
Эште баһалау критерийҙары һәр чиновниктың республика иҡтисадына, атап әйткәндә, сәнәғәтте, сауҙа, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшөнән сығып эшләнәсәк. Президенттың фекеренсә, эштең объектив күрһәткестәре генә кадрҙарға бәйле ҡарарҙар, шул иҫәптән чиновниктарҙың биләгән вазифаларына яраҡһыҙлығы тураһындағы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн нигеҙ була ала.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты
Читайте нас: