08:29 (UTC+5), 18 Сентября 2010

Урмансылар көнө менән!

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов урман хужалығы, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары – Урман хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
"Урман ресурстары – Башҡортостандың иң мөһим милли байлығы. Уның территорияһының яртыһы тиерлек урмандар менән ҡапланған. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре республика иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, экология именлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен уңышлы хәл итә. Урмандарҙың майҙаны йылдан-йыл арта, уларҙың сифаты яҡшыра. Урман фондын һаҡлау, тулыландырыу, рациональ файҙаланыу, урман янғындарын булдырмау буйынса әүҙем эш алып барыла. Быйылғы ҡоролоҡло йәй айырыуса көсөргәнешле булды. Илдең күп кенә төбәктәрендә ул етди зыянлы ҙур янғындарға килтерҙе. Һеҙҙең батырлығығыҙ һәм көйлө эш итеүегеҙ һөҙөмтәһендә республикала янғындарҙың ҙур территорияла, тораҡ пунктарға таралыуына юл ҡуйылманы", — тиелә ҡотлауҙа.
Төбәк башлығы урман комплексы алдында урмандан файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ғәмәлдәге предприятиеларҙы модернизациялауға, ағасты тәрән эшкәртеү буйынса конкурент һәләтле яңы производствоға бәйле мөһим бурыстар тороуын билдәләй. Ағас эшкәртеүҙә заманса алдынғы технологиялар индереү, тармаҡҡа эре инвестициялар йәлеп итеү тураһында һүҙ бара. Республика Президенты урмансыларға "урман ресурстарын һаҡлап ҡалыу, тулыландырыу буйынса еңел булмаған көндәлек хеҙмәте, республиканың тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәте өсөн" рәхмәтен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов уларға "ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, һөҙөмтәле эш, яңы хеҙмәт уңыштары теләй".
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика