Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2010, 18:38
«Сочи-2010» IX Халыҡ-ара инвестиция форумы
17 һәм 18 сентябрҙә Сочиҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы «Сочи-2010» IX Халыҡ-ара инвестиция форумына ҡатнаша. Республика Президенты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың инвестиция проекттарын тәҡдим итте, ул шулай уҡ «Инвестицион климат: маҡсаттар, өмөттәр һәм һөҙөмтәләр» пленар ултырышы эшендә ҡатнаша.
Сочиға сәфәр сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рәсәй һәм халыҡ-ара сәнәғәт компаниялары һәм банк ойошмалары вәкилдәре менән осрашасаҡ һәм һөйләшеүҙәр алып барасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының «Электрон Хөкүмәт», «Башҡортостан — Олимпия Сочийына» һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-коммуникация паркы» блоктарына бүленгән стендында республиканың иҡтисади һәм инновацион үҫеше тураһында мәғлүмәт биреләсәк.
«Электрон Хөкүмәт» блогы республиканың мәғлүмәт технологияларын үҫтереү, «Электрон хөкүмәт» технологияларын индереү, электрон формала дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү, «Башҡортостандың социаль картаһы» проектын тормошҡа ашырыу өлкәһендә лидерҙарҙың береһе булараҡ күрһәтә.
«Башҡортостан — Олимпия Сочийына» блогында республиканың машиналар эшләү комплексы продукцияһы тураһында күргәҙмә мәғлүмәт бирелә. «НефАЗ» предприятиеһы, «Туймазы автобетоновоздар заводы», «Витязь» машиналар эшләү компанияһы», «Күмертау авиация производство предприятиеһы» күрһәтеләсәк.
«Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-коммуникация паркы» блогы инновация эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеп, республиканың конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналасаҡ.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты сәфәрҙәре
инвестиция форумы
Читайте нас: