06:08 (UTC+5), 17 Сентября 2010

Рөстәм Хәмитов «Сочи-2010» IX Халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнашасаҡ

"Башинформ"
17 һәм 18 сентябрҙә Сочиҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы «Сочи-2010» IX Халыҡ-ара инвестиция форумына ҡатнашасаҡ. Республика Президенты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың инвестиция проекттарын тәҡдим итәсәк, шулай уҡ «Инвестицион климат: маҡсаттар, өмөттәр һәм һөҙөмтәләр» пленар ултырышы эшендә ҡатнашасаҡ.
Сочиға сәфәр сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рәсәй һәм халыҡ-ара сәнәғәт компаниялары һәм банк ойошмалары вәкилдәре менән осрашасаҡ һәм һөйләшеүҙәр алып барасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының «Электрон Хөкүмәт», «Башҡортостан — Олимпия Сочийына» һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-коммуникация паркы» блоктарына бүленгән стендында республиканың иҡтисади һәм инновацион үҫеше тураһында мәғлүмәт биреләсәк.
«Электрон Хөкүмәт» блогы республиканың мәғлүмәт технологияларын үҫтереү, «Электрон хөкүмәт» технологияларын индереү, электрон формала дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү, «Башҡортостандың социаль картаһы» проектын тормошҡа ашырыу өлкәһендә лидерҙарҙың береһе булараҡ күрһәтә.
«Башҡортостан — Олимпия Сочийына» блогында республиканың машиналар эшләү комплексы продукцияһы тураһында күргәҙмә мәғлүмәт бирелә. «НефАЗ» предприятиеһы, «Туймазы автобетоновоздар заводы», «Витязь» машиналар эшләү компанияһы», «Күмертау авиация производство предприятиеһы» күрһәтеләсәк.
«Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-коммуникация паркы» блогы инновация эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеп, республиканың конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналасаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика