08:12 (UTC+5), 16 Сентября 2010

Башҡортостанда велосипед спортына тейешле ярҙам күрһәтеләсәк

"Башинформ" | фото: Альберт Заһиров
Башҡортостанда велосипед спортына тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 15 сентябрҙә Республика йортонда Рәсәй велосипед спорты федерацияһы президенты, "ИТЕРА" нефть-газ компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Игорь Макаров менән осрашыуҙа хәбәр итте.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов Велосипед спорты федерацияһы етәксеһенең велосипед спортын үҫтереү өлкәһендәге үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса инициативаһын ыңғай баһалай. Осрашыуҙа велосипед спортының популяр ярыш төрҙәренең береһе булыуҙан тыш, Олимпия уйындарында командаға 18 комплект миҙалдар яулау мөмкинлеге биреүе лә билдәләнде.
Игорь Макаров әйтеүенсә, Башҡортостан — илебеҙҙәге «СССР тарҡалғандан һуң велосипед спорты үҙәген һаҡлап ҡалыу ғына түгел, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә алған» бик аҙ төбәктәрҙең береһе.
— Башҡортостан велосипед спорты мәктәбенең бай тәжрибәһе бар. Һәм беҙ үҙәкте үҫтерәсәкбеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, — тине Игорь Макаров.
Шулай уҡ осрашыу барышында Башҡортостан менән «ИТЕРА» компанияһының газ сәнәғәтендә хеҙмәттәшлек перспективалары, республика иҡтисадына һәм социаль өлкәгә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика