10:15 (UTC+5), 16 Сентября 2010

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры итеп Асҡар Абдразаҡов тәғәйенләнде

Әлим Фәйезов
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың бөгөнгө Указы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры итеп билдәле йырсы Асҡар Әмир улы Абдразаҡов тәғәйенләнде. Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.
Был тәғәйенләүгә "Башинформ" агентлығына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина бына ниндәй аңлатма бирә:
— Асҡар Абдразаҡов - Башҡортостан мәҙәниәте потенциалын, байлығын, киң күләмлелеген кәүҙәләндереүсе билдәле фигураларҙың береһе, һәм күп милләтле, күп конфессиялы республикабыҙҙың мәҙәниәт министры вазифаһына тап Асҡар Абдразаҡовың тәғәйенләнеүе – Башҡортостан мәҙәниәте өсөн күләмлерәк, тығыҙыраҡ, планета кимәлендә аралашыуҙы аңлатҡан үҙенсәлекле аҙым ул. Сөнки Асҡар Абдразаҡов — мәҙәниәт өлкәһендә билдәле башҡарыусы, Европаның иң яҡшы театрҙары тамашасылары табынған вокалсы, исеме бар донъяға танылған опера йырсыһы. Был яуаплы вазифаға Асҡар Абдразаҡов кеүек абруйлы шәхес тәғәйенләнеүе арҡаһында Башҡортостан мәҙәниәтенең мәҙәни киңлекте артабан киңәйтеүгә, донъя күләмендәге йондоҙҙарҙы саҡырыуға яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа килә. Беҙ глобалләшеү процестары үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙертә барған заманда йәшәйбеҙ, һәм территориаль, милли сиктәрҙе белмәгән сәнғәтте йәлеп итеп кенә мәҙәниәт өлкәһендәге үҙебеҙҙең нигеҙлелегебеҙҙе, ҡаҙаныштарыбыҙҙы дәлилләй алабыҙ. Сәнғәт – һәр мәҙәниәттең үҙенә күрә коды ул. Аралашып, сәнғәтте, башҡа халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнеп, беҙ үҙебеҙ ҙә рухи яҡтан байыйбыҙ һәм башҡа мәҙәниәттәрҙе лә үҙенсәлекле мәҙәни мөхитебеҙгә ылыҡтырабыҙ.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика