11:26 (UTC+5), 14 Сентября 2010

Өфөлә киң мәғлүмәт сараларының һайлауға дистанцион әҙерлеге дауам итә

Николай Ермоленко
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһында киң мәғлүмәт сараларының һайлауҙарға дистанцион әҙерлеге дауам итә. Икенсе дәрестең темалары - «Мәғлүмәт биреү һәм һайлау алды агитацияһы» һәм «Законһыҙ һайлау технологиялары менән көрәш», улар хаҡында Мәскәүҙән телекүпер аша Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Майя Гришина һәм Игорь Борисов һөйләне. Лекцияларҙан һуң журналистар дәрес барышында тыуған бер нисә һорау буйынса фекер алышты.
Икенсе дәрестә БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Елена Родина, БР Президенты Хакимиәте Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығының бүлек мөдире урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, дәүләт матбуғат баҫмалары, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, муниципаль телестудиялар һәм сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика