Йәрмәкәй районы хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр
Дүшәмбелә, 13 сентябрҙә, Йәрмәкәй районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Совет депутаттары Хөснуллин Динар Мөсәғит улына йөкмәтте.
Хакимиәт башлығы вазифаһын Динар Хөснуллин конкурс һөҙөмтәләре буйынса район Советы менән был вазифаға тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.