11:53 (UTC+5), 08 Сентября 2010

Учалы районы хакимиәте башлығы итеп Азамат Иҙрисов тәғәйенләнде

"Башинформ"
2010 йылдың 8 сентябрендә Учалы районы муниципаль район Советының ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Учалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иҙрисов Азамат Риза улы тәғәйенләнде.
* * *
Азамат Иҙрисов 1970 йылда Учалы районының Өргөн ауылында тыуған. Өфөләге ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Учалы районының “Баш-урал” ауыл хужалығы производство кооперативы фермаһында зоотехник булып башлай, артабан ферма мөдире була. 1998 - 2001 йылдарҙа «Баш-урал» ауыл хужалығы производство кооперативы, «Совет» ауыл хужалығы производство кооперативы рәйесе булып эшләй. 2001–2003 йылдарҙа — Ауыл хужалығы идаралығында баш белгес, ауыл хужалығы продукцияһы һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар сифаты буйынса баш дәүләт инспекторы. 2003 -2004 йылдарҙа - «Башкомбикорм» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының «Учалы» дәүләт унитар бүлендек предприятиеһы директоры, 2004 - 2005 йылдарҙа ҡатнаш аҙыҡтарҙы һатыу буйынса менеджер булып эшләй. 2005 йылдан алып әлегә тиклем Учалы районының «Байрамғол агрофирмаһы» директоры вазифаһын башҡара.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика