17:26 (UTC+5), 08 Сентября 2010

Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп Борис Беляев тәғәйенләнде

"Башинформ"
2010 йылдың 8 сентябрендә Күмертау ҡалаһы ҡала округы Советының ултырышы үтте, унда ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Беляев Борис Владимирович тәғәйенләнде.
* * *
Борис Беляев 1976 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. 1999 -2004 йылдарҙа юрист, артабан юридик бүлек начальнигы, «Көйөргәҙе» Ермолаев спирт-араҡы комбинаты директорының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2004–2009 йылдарҙа «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының Күмертау почтамты почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы. 2009 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы булып эшләгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика