11:19 (UTC+5), 04 Сентября 2010

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Президенты республика нефтселәрен һәм газсыларын уларҙың бөгөн билдәләнгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
"Ҡәҙерле дуҫтар!
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – республикабыҙ өсөн үҙенсәлекле байрам.
Тармаҡтың йөҙәр мең белгесе нефть сығарыуҙа һәм нефть эшкәртеүҙә, нефтехимия объекттары төҙөлөшөндә намыҫлы эшләй, нефть-газ сәнәғәте комплексы өсөн кәрәкле ҡорамалдар уйлап таба һәм етештерә.
Яғыулыҡ-энергетика комплексы – иҡтисадыбыҙҙың нигеҙе. Ул ауыр йылдарҙа Башҡортостан халҡының һәм бар илдең тырышлығы менән булдырылған. Беҙ ветерандарыбыҙҙың хеҙмәт батырлығына тейешле ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.
Әле техника, технология бөтөнләй икенсе, әммә эш үҙе бер ҙә еңелләшмәне. Сығарылған нефттең һәр тоннаһы – ауыр фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Тармаҡтың әлеге быуынының ветерандарҙан ҡалышмауын беҙ ғорурланып күҙәтәбеҙ. Юғары оҫталыҡ, яуаплылыҡ – Башҡортостан предприятиеларында, бөтә ил буйынса һәм унан ситтә эшләгән яҡташтарыбыҙҙы бына ниндәй сифаттар билдәләй.
Был көндә нефть-газ комплексының бөтә хеҙмәтсәндәренә рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт иткем, эштәрендә уңыштар теләгем килә. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек һәм бәхет!
Байрам менән!
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. Хәмитов".
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика