11:47 (UTC+5), 03 Сентября 2010

Рөстәм Хәмитов БР Ауыл хужалығы министрлығына Благовар районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы цехын төҙөп бөтөр өсөн инвесторҙар табырға ҡушты

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Ауыл хужалығы министрлығына Благовар районындағы һыу ҡоштарын һуйыу һәм итен эшкәртеү буйынса цехтың төҙөлөшөн тамамлар өсөн инвесторҙар табырға ҡушты.
Был төҙөлөштө тамамлар өсөн яҡынса 1,5 миллиард һум һәм 20 ай ваҡыт талап ителә. Тәүҙә цехты бюджет аҡсаларына төҙөү планлаштырыла, әммә улар ғына етмәй. Сафҡа индерелгәндән һуң бында йылына ике миллиондан ашыу өйрәк һәм ҡаҙ һуйыласаҡ, тип күҙаллана. Предприятиеның төп продукцияһы туңдырылған һәм һыуытылған ҡош ите, шулай уҡ әҙер продукттар – ҡыҙҙырылған һәм ыҫланған ҡаҙ һәм өйрәк ите буласаҡ. Бында йылына 4400 тонна ит продукцияһы, 1000 тонна субпродукттар һәм 110 тонна мамыҡ-ҡаурый сығарыласаҡ.
Средстволар һуйыу һәм ит эшкәртеү цехы төҙөлөшөнән тыш, ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводына ла кәрәк, уны ла ошо уҡ проект сиктәрендә төҙөү планлаштырыла. Уны ғәмәлгә ашырыуға һалынған инвестициялар һигеҙ йыл дауамында хаҡын ҡайтарасаҡ, тип көтөлә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика