12:26 (UTC+5), 01 Сентября 2010

Иртәгә Башҡортостанда Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө уңайынан тантаналар үтәсәк

2 сентябрҙә Башҡортостанда 2010 йылдың яҙғы сесияһы осоронда Дәүләт Думаһы менән ҡабул ителгән һәм Федерация Советы менән раҫланған федераль законға ярашлы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр билдәләнеүсе Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө уңайынан тантаналы саралар үтәсәк.
Өфөлә, Ленин урамы башланған ерҙә, Ленин исемендәге паркта, тантаналы митинг һәм Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалыу үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Эҙәрмәндәр отрядтары фонды һәм Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты менән ойошторолған тантаналы митингыла республика етәкселеге вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары ағзалары, эҙәрмәндәр ҡатнашасаҡ. «Рено» автоконцернының Өфөләге рәсми дилерынан БР Эҙәрмәндәр отрядтары фондына ҡиммәтле бүләктәрҙе тантаналы тапшырыу ҙа планлаштырыла.
Митинг сәғәт 10-да башлана.
Ошондай уҡ митинг Өфө районының Булгаков ауылында ла үтәсәк. Унда Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнөн байрам итеүҙе ойоштороуҙа район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты менән берлектә “Ҡарлуғас” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ла ҡатнаша. Һәләк булғандарҙы иҫкә алырға, һуғыш һәм тыл ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә, хөрмәт белдерергә ауыл һәм район йәштәре йыйыласаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика