Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Август 2010, 12:14

Рөстәм Хәмитов Михаил Игнатьевты Сыуашстан Президенты вазифаһына тотоноуы менән ҡотланы

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Михаил Игнатьев исеменә телеграмма ебәрҙе, унда ул уны Сыуашстан Республикаһы Президенты вазифаһын рәсми үтәй башлауы менән ҡотланы.
— Сыуашстандың агросәнәғәт комплексы үҫешенә индергән һәлмәк өлөшөгөҙ, идара эшендәге тәжрибәгеҙ һәм эшлекле сифаттарығыҙ арҡаһында һеҙ халыҡтың тәрән хөрмәтен ҡаҙандығыҙ, — тиелә телеграммала. Рөстәм Хәмитов, Михаил Игнатьев артабан да Сыуашстандың социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенә, кешеләрҙең тормош кимәлен күтәреүгә хеҙмәт итер, тигән ышанысын белдерҙе.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: