09:33 (UTC+5), 30 Августа 2010

Өфө ветерандары Рәсәй Президентынан наградалар алды

Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
30 августа Хөкүмәт Йортонда вице-премьер Фидус Ямалетдинов өс Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитетының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы.
Улар менән Республика ветерандар советы рәйесе Марат Сабит улы Муллағәлләмов, «Трудовая доблесть России» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Ғирфан улы Яҡупов, Республика ветерандар советы президиумы ағзаһы, йәштәр менән эшләү буйынса комиссия рәйесе Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин наградланды.
— Беҙҙең ветерандар ойошмаһы юғары баһа алды: Бөйөк Еңеүҙе билдәләр алдынан уның етәкселәре ҙур байрам хәстәрҙәрен үҙ өҫтөнә алды, һәм авторитеттары арҡаһында улар йәмғиәттең бар ҡатламдарын да берләштереүгә өлгәште, - тине Фидус Ямалетдинов. — Рәсәй Президенты Ҡарары менән улар «Еңеү» миҙалына лайыҡ булды.
— Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалағаны өсөн Хөкүмәткә ҙур рәхмәт, - тип һүҙ алды Марат Муллағәләмов. — Беҙ уға артабан да мөмкин тиклем ярҙам итербеҙ, тип уйлайым.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика