Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
68.84
+0.2
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Август 2010, 16:07

Дүртөйлө районында башлыҡ алмашынды

27 августа Дүртөйлө районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда район хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.
Совет ҡарары менән Рауил Дәүләтов икенсе эшкә күсеү сәбәпле үҙ теләге менән район хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды.
Дүртөйлө районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Совет депутаттары Ринат Хәйруллинға йөкмәтте.
Хакимиәт башлығы вазифаһын ул ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса район Советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.
Дүртөйлө районы муниципаль район Советы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: