12:53 (UTC+5), 26 Августа 2010

Сибай дауаханаһы бөтә Урал аръяғынан пациенттарҙы ҡабул итә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Сибай ҡалаһының Үҙәк ҡала дауаханаһы менән танышты. Бында күптән түгел яңы корпус сафҡа индерелгән. Президент неврология һәм гемодиализ бүлексәләрен ҡараны; уға ике һыу әҙерләү залын, операциялар һәм компьютер томографияһы бүлексәләрен күрһәттеләр.
Компьютер томографы дауаханаға 2002 йылда ҡайтарылған, һәм шунан алып унда бөтә Урал аръяғынан килгән пациенттарға дүрт мең тикшереү үткәрелгән; хеҙмәтләндерелгәндәрҙең яҡынса өстән бер өлөшө - ауыл халҡы.
Республика башлығына халыҡҡа аҡсаһын экономиялауға мөмкинлек биреүсе телемедицина сеансы ла күрһәтелде. Өфөлә консультация үтеү юлы менән бергә биш мең һумға барып баҫа. Бында иһә ул бушлай күрһәтелә.
Әлеге ваҡытта ҡалала Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары халҡына махсус медицина ярҙамы күрһәтеүсе республика дауалау учреждениеларының дүрт филиалы уңышлы эшләй: наркология, психиатрия, туберкулез диспансерҙары бүлексәләре, СПИД үҙәге, шулай уҡ стоматология поликлиникаһы.
Республика кимәлендәге функциялар башҡарыусы күп профилле стационарҙың кардиология, травматология, оториноларингология, офтальмология, нефрология бүлексәләрендә Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары халҡына махсус медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса әүҙем эш дауам итә. Дөйөм алғанда ҡала халҡы һәм беркетелгән территориялар менән бергә (Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Баймаҡ ҡалаһы) бында 172 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика