Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.47
0
92.28
0
66.75
-0.05
17+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Август 2010, 17:31
Рөстәм Хәмитов Сибайҙа һәм Баймаҡ районында булды
26 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына һәм Баймаҡ районына барҙы.
Республика башлығы төбәктең иҡтисади һәм сәйәси үҫеше менән танышты. Башҡортостан Президенты ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиеларын, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ҡараны.
Сибайҙа Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал райондары хакимиәт башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә көньяҡ райондарҙың ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтендәге эштәр торошо һәм уларҙы үҫтереү юлдары буйынса фекер алышты. Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар һөҙөмтәләре айырым тикшерелде.
Тулыраҡ мәғлүмәт - “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы яңылыҡтарында.
Автор:
БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
Читайте нас: