Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Август 2010, 15:41

Президент Темәс ауылында булды

Бөгөн Темәс ауылында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхси эшҡыуар Айбулат Байраҡаевтың һөт ҡабул итеү пунктын ҡараны. Бында бөтәһе 10 кеше эшләй, улар халыҡтан тәүлегенә дүрт тонна һөт ҡабул итә һәм уны Белорет һәм Магнитогорск ҡалаларына эшкәртеүгә оҙата.
Һөттө урында эшкәртеүҙе ойоштороу өсөн эшҡыуарҙың аҡсаһы етмәй. Етмәһә, ергә ҡуртым хаҡы бик юғары, Айбулат Байраҡаев уны ла һатып ала алмай.
Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итергә вәғәҙә итте һәм, был бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүҙең яҡшы бер өлгөһө буласаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.
Президент Темәс ауылында Усмановтарҙың патронат ғаиләһенә лә барҙы. Ғаиләлә биш бала, уларҙың береһе тәрбиәгә алынған. Өлкән улдары армияла хеҙмәт итә.
Республика башлығы Усмановтар менән бергә сәй эсте һәм уларҙың проблемалары менән ҡыҙыҡһынды. Был ғаиләнең үҙ хужалыҡтарын алып барыу өсөн трактор һатып ала алмауҙары асыҡланды – 80 мең һум күләмендә тәүге взнос – улар өсөн сиктән тыш ҙур сумма.
Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә вәғәҙә итте.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ла инде. Темәс 1919 йылдың мартынан 1920 йылдың авгусына тиклем Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы булып тороуы менән дан тота.
Музейға 1985 йылда урындағы халыҡ тарафынан йәмәғәт башланғысында нигеҙ һалына, ә 1987 йылда ул БР Милли музейы филиалы булараҡ төбәктең дәүләт музейҙар селтәренә индерелә. 1991 йылдан музей 1894 йылда төҙөлгән, күптән инде иҫкереп бөткән ике ҡатлы административ бинала урынлаша. Яҡшы яҡҡа үҙгәреште музей хеҙмәткәрҙәре 2006 йылда көтөп ала: ул саҡта бында автономиялы ҡаҙанлыҡ төҙөлә һәм ҡыйығы ремонтлана. 2009 йылда музейҙа янғын-һаҡ сигнализацияһы үткәрәләр. Ахыр килеп, 2010 йылда музейҙы капиталь ремонтлауға БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан аҡса бүленә. Май айынан бында реконструкция бара, музей хеҙмәткәрҙәре ул 15 сентябргә тамамланыр тип өмөтләнә.
Республика башлығы менән әңгәмә барышында музейҙың тағы бер проблемаһы хаҡында еткерҙеләр – экспонаттарҙы реставрациялауға һәм һатып алыуға аҡса кәрәк. Атап әйткәндә, беренсе Башҡорт хөкүмәте ағзаларының балауыҙ һындарын һәм Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы Әхмәт-Зәки Вәлиди бюсын реставрациялау тураһында һүҙ бара. Дөйөм алғанда, экспонаттарҙы реставрациялауға һәм һатып алыуға музейға 1,8 миллион һум аҡса талап ителә. Рөстәм Хәмитов кәрәкле саралар күрергә вәғәҙә итте.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: