08:04 (UTC+5), 26 Августа 2010

Башҡортостан Президенты Сибайҙағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡ мөрәжәғәттәрен тыңланы

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Сибайҙа үҙенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Ете кеше республика башлығына эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, хеҙмәт ветераны исемен биреүгә, ерҙең һаҙлыҡҡа әйләнеүе, торлаҡ йорттарҙы ремонтлауға ҡағылышлы һәм башҡа төрлө һорауҙарын бирә алды.
Арҡайым ҡасабаһы советы рәйесе Раиса Иванова республика Президентына мәктәп төҙөлөшө буйынса мөрәжәғәт итте. Арҡайым ҡасабаһы 15 йыл элек төҙөлә башлаған, әле бында 1000 ғаилә йәшәй, һәм һәр береһендә балалар үҫә. Улар Сибайға йәмәғәт транспортында йөрөп уҡый. Сибайҙың бер мәктәбе генә бының өсөн «Газель» бүлгән. 2010 йылда, ниһайәт, ҡасабала мәктәпкә фундамент һалынды, әммә төҙөлөш яй бара. Рөстәм Хәмитов хәлдең айышына төшөнөргә һәм ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Раиса Иванова йәнә ҡасаба халҡына көтөүлектәргә ер бүлеп биреүҙәрен дә һораны.
Йәмәғәтселек менән осрашыуҙа Сибайҙа аэроклуб төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде. Бының өсөн, әлбиттә, средстволар кәрәк. Аэроклуб өсөн 20-ләп парашют, ике-өс аэростат, планерҙар, авиеткалар һатып алырға кәрәк, ә бер аэростат ҡына миллион һум тора.
Аэроклуб төҙөүҙе Рөстәм Хәмитов һәйбәт идея тип атаны (әйткәндәй, ул үҙе лә авиадвигателдәр буйынса белгес), өҫтәүенә, Сибайҙа аэропорт асылыуы ла уңайлы – бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Республика Президенты, 2013 йылға тиклем клубтың бөтә кәрәкле нәмә менән тулыһынса йыһазландырылырға тейешлеген күҙ уңында тотоп, аэроклуб үҫеше программаһын әҙерләргә тәҡдим итте.
Сибайҙа йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бирелгән бер нисә һорауҙы хәл итеүҙе республика башлығы БР Хөкүмәте вице-премьерҙары Фидус Ямалетдинов менән Шамил Вахитовҡа, шулай уҡ башҡа вазифалы кешеләргә йөкмәтергә вәғәҙә бирҙе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика