09:29 (UTC+5), 25 Августа 2010

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте составы ойошторолдо

"Башинформ"
Бөгөн БР Президентының матбуғат хеҙмәте төбәк башлығының 2010 йылдың 20 авгусындағы Указын киң йәмәғәтселеккә еткерҙе. Унда Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең персональ составын раҫланы.
Указдың беренсе пунктында вазифалар һәм уларҙы биләүсе кешеләр һанап кителә. Улар БР Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫарҙары Сергей Афонин, Шамил Вахитов, Айрат Ғәскәров (ул БР финанс министры ла), Юрий Пустовгаров, Зөһрә Рәхмәтуллина, Илшат Тажетдинов, Фидус Ямалетдинов.
Шулай уҡ алфавит тәртибендә министрҙар ҙа атала – мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин, иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Роберт Ваһапов, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы министры Салауат Ғүмәров, һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков, ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин, ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ринат Тимербаев, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Иҙел Шәйәхмәтов.
Ошо уҡ тәртиптә БР Президенты Указында дәүләт комитеттары рәйестәре, идаралыҡтар, инспекциялар начальниктары исемдәре аталған. Улар — БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров, Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Айҙар Хәлилов, Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Зифа Әбүбәкирова, БР Финанс министрлығы ҡарамағындағы Ҡаҙналыҡ идаралығы начальнигы Светлана Бакирова, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккинин, Ветеринария идаралығы начальнигы Вәкил Буранбаев, Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы Шамил Ғәлиев, Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрҙарын алып барыу буйынса идаралыҡ начальнигы Наил Ғәлиев, Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы Әлмира Ғәниева, Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы Илдар Замалетдинов, Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Әхмәт Хисмәтуллин.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика