05:51 (UTC+5), 24 Августа 2010

Һуғыш ветерандарының торлаҡ мәсьәләһе хөкүмәт контролендә

Юлай Мәғсүмов
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә муниципалитеттар башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрелә. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм хәрби хеҙмәттән сығарылған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшереләсәк.
Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәте Төбәктәр үҫеше министрлығына һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн РФ субъекттары бюджеттарына субвенциялар биреүгә 67,62 миллиард һум күләмендә өҫтәмә аҡса бүлде. Хөкүмәттең 2010 йылдың 20 авгусындағы 1399-се тейешле бойороғона Премьер-министр Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 2010 йылдың мартында Төбәктәр үҫеше министрлығына был маҡсаттарға 34,53 миллиард һум аҡса бүленгәйне инде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика