Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.81
-0.46
89.43
-0.28
61.94
0
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Август 2010, 10:25

Партияларға үҙ эшмәкәрлеген яҡтыртҡанда тиңлек гарантиялана

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов “Республика телеканалы һәм радиоканалы тарафынан үҙ эшмәкәрлеген яҡтыртҡанда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙағы сәйәси партияларҙың тиңлеге гарантиялары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса саралар хаҡында” Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙағы сәйәси партияларҙың эшмәкәрлеген телевидениела һәм радиола яҡтыртыуҙы Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһының структур подразделениелары – “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” - “БЮТ” һәм “Башҡортостандың “Юлдаш” радиоһы мәғлүмәт-музыка каналы” тормошҡа ашыра.
Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.
Автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: