17:59 (UTC+5), 20 Августа 2010

Рөстәм Хәмитов: Дәүләт кадрҙар сәйәсәте йәмәғәтселек фекеренә таянырға тейеш

Евгений Рәхимҡолов
Дәүләт һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте йәмәғәтселек фекеренә таянырға тейеш, тип белдерҙе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Модернизациялауҙың төбәк аспекттары: яңы кешеләр, яңы ҡарарҙар» форумында сығыш яһап.
— Бының менән бәйле ябай булмаған мәсьәлә барлыҡҡа килә, — тине ул. – Бер яҡтан, ҡаҙнаны тәләфләмәйенсә, ысынтылап эшләйәсәк профессиональ идарасыны табырға кәрәк, икенсе яҡтан, беҙ халыҡты үҙенең етәксеһен баһалауға йәлеп итергә тейешбеҙ.
Бөгөн, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, властың ҡайһы бер тармаҡтарында билдәле һөҙөмтәлелек көрсөгө күҙәтелә. Мәҫәлән, социологик һорау алыуҙар дәүләт башлығы рейтингының ярайһы юғары булыуын күрһәтә. Төбәк башлыҡтарының популярлығы халыҡ араһында күпкә түбән. Ә иң түбән рейтингтар иһә - муниципаль чиновниктарҙа.
— Был системала өҙөклөк булыуы, урындарҙа халыҡтың власҡа ышанысы яҡшыларҙан түгеллеге хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Мин республика халҡының әүҙемерәк булыуын, үҙҙәренең мөхитенән муниципаль кимәлдә эшләргә һәләтле булған профиссионалдарҙы үҙҙәре тәҡдим итеүен теләр инем. Ул ваҡытта ысынлап та дәүләт идаралығы системаһын модернизациялау тураһында һүҙ алып барырға мөмкин буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ҡала һәм район Советы депутаттары ла муниципаль кимәлдәге чиновниктар кеүек билдәләнергә тейеш. Улар араһына эскерһеҙ, үҙенә ышаныс белдергән халыҡ өсөн хеҙмәт итергә әҙер кешеләр эләгергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика