09:05 (UTC+5), 20 Августа 2010

Рөстәм Хәмитов: БР Хөкүмәтендә тоталь таҙартыу булмаясаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм төбәктең башҡа власть структуралары кадрҙарҙы тоталь «таҙартыу» менән шөғөлләнергә тейеш түгел. Шундай белдереү яһаны бөгөн «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Модернизациялауҙың төбәк аспекттары: яңы кешеләр, яңы ҡарарҙар» форумындағы сығышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов.
— Республикала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт институттарын модернизациялауҙы, шулай уҡ уларҙың кадрҙар составын яңыртыуҙы күҙаллаған административ реформа үткәреү көтөлә,— тине Рөстәм Хәмитов. — Һәм бында беҙ «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кадрҙар резервы — илдең профессиональ командаһы» проектына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта билдәләп үткем килә: яңы етәксе тәғәйенләнгәндән һуң дәүләт органдарында кадрҙарҙы тоталь таҙартыу практикаһы онотолорға тейеш. XIX быуатта уҡ «Табыш — еңеүсегә» исемен алған кадрҙар сәйәсәтенең был стиле АҠШ-та һөҙөмтәһеҙ тип табылған һәм закон менән тыйылған. Беҙ был юлдан бармаясаҡбыҙ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте нигеҙҙә урындағы кадрҙар иҫәбенә формалашҡан һәм артабан да шулай формалашасаҡ. Шул иҫәптән беҙ йәш белгестәргә лә таянасаҡбыҙ. Иң мөһиме – улар һәйбәт профессионал булырға һәм республика алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итә алырға тейеш.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика