08:37 (UTC+5), 16 Августа 2010

Яңы уҡыу йылын –яңыртылған гимназияла

Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Гимназияның яңыртылған корпусы Саҡмағош ауылы уҡытыусылары һәм уҡыусыларына Белем көнөнә лайыҡлы бүләк буласаҡ. Бында мәктәпкә яңы, заманса төҫ биреүсе, белем алыу һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ ремонт эштәренең ярайһы ҙур өлөшө тамамланған. 1 сентябрҙә мәктәпкә 830-ҙан ашыу уҡыусы, шул иҫәптән 100 беренсе класс уҡыусыһы киләсәк.
Урта мәктәп тарихы 1969 йылдан башлана. Ул ваҡытта мәктәп ағас бинала урынлаша. Биш йылдан һуң иҫке бина урынында өс ҡатлы яңыһы төҙөлә - 300 уҡыусы парта артына ултыра, 22 уҡытыусы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Ауыл үҫә башлағас, мәктәп бөтә балаларҙы ла һыйҙырып бөтә алмай. Был проблеманы хәл итеү өсөн, 2003 йылда яңы корпус сафҡа индерелә. Уҙған уҡыу йылында иҫке бинаны ла үҙгәртеп ҡорорға ҡарар ителә. Төҙөүселәр ҡыйығын, тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе һәм элект селтәрен тулыһынса алмаштырған, мәктәптә эске биҙәү эштәрен һәм фасад эштәрен үткәргән.
Башҡарылған эштәр менән август кәңәшмәһе сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты. Ул биология, физика кабинеттарын, спорт һәм тамаша залын ҡараны. Һуңғыһында, әйткәндәй, мәктәптең мода театры репетицияһы бара ине. Шулай уҡ стоматолог, дауалау физкультураһы табибы, массаж яһаусы һәм шәфҡәт туташы ҡабул итәсәк һауыҡтырыу үҙәгендә булды.
Визиты аҙағында төбәк башлығы мәктәптең "Башҡортостан" мәғлүмәт-белем биреү порталына тоташтырылған мәғлүмәт үҙәге менән яҡындан танышты. Унан һуң район Мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолған Саҡмағош районы мәғариф системаһы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡараны.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика