13:03 (UTC+5), 16 Август 2010

Александр Торшин Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа Башҡортостандың үҙаллылығын билдәләне

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
БР Хөкүмәтендә 16 августа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың РФ Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Александр Торшин менән осрашыуы үтте. Һөйләшеү барышында ҡануниәт өлкәһендәге мәсьәләләр, шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү, урман янғындарына ҡаршы көрәш, республикала ҡеүәтле банк структураһын төҙөү кеүек көнүҙәк темалар тикшерелде.
— Атап әйткәндә, беҙ бөгөн республикаға кәрәкле ауыл хужалығы продукцияһының айырым төрҙәрен уңышлы сығарыу өсөн кредит ресурстары күләмен билдәләнек, - тине Александр Торшин журналистарға осрашыуҙан һуң. - Әйтергә кәрәк, ул ҙур түгел. Был республиканың, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, проблемаларын үҙ аллы хәл итә алыуы хаҡында һөйләй.
Урман янғындарына бәйле хәл дә Башҡортостандың үҙаллылығына йәнә бер дәлил булып тора. Александр Торшин әйтеүенсә, республикала бындай проблема булыуын ул бөгөн генә белгән.
— Асылда, урман янғындары мәсьәләһе башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк киҫкен тора икән, — тине Александр Торшин. – Әммә был проблема күләмлегә әйләндерелмәй, республика бөтә илгә саң ҡаҡмай, сөнки, федераль үҙәккә йәки күрше төбәктәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәйенсә, барыһы ла ваҡытында һәм үҙ көстәре менән һүндерелә. Һәм был маҡтауға лайыҡ.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда ҡайһы бер эре банктарҙың эшләүҙән туҡтауын Александр Торшин был финанс учреждениелары яғынан ҙур стратегик хата тип атаны.
— Әммә республика өсөн дә ҙур юғалтыу был, — тип иҫәпләй ул. –Уны тулыландырыу өсөн төбәккә үҙенең эре банкын йәки банк холдингын булдырырға кәрәк.
Осрашыу барышында Александр Торшин һәм Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ, йәштәр менән эшләү һәм сентябрҙә үтәсәк ХХ Аксаков уҡыуҙарына әҙерлек мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары, мөмкинлек булһа, Өфөгә был байрамға килергә вәғәҙә бирҙе.
Йомғаҡлап, журналистар менән аралашҡанда, Александр Торшин республиканың яңы етәксеһе тураһында бер нисә фекерен әйтте.
— Власть алмашыныуы – ул һәр ваҡыт ауыр процесс, — тине ул. – Әммә Башҡортостанда ул артыҡ тетрәнеүһеҙ үтте. Минең уйлауымса, ил етәкселеге лә, БР Дәүләт Йыйылышы ла дөрөҫ юл һайланы. Рөстәм Хәмитов – халыҡтың юғары дәрәжәләге ышанысына эйә сәйәсмән. Республика парламентының уның кандидатураһын бер тауыштан хуплауы ла быға дәлил. Парламент эшмәкәрлеге буйынса тәжрибәм ҙур, әммә һуңғы ваҡытта ошоға оҡшаш осраҡтарҙы хәтерләмәйем. Ҡағиҙә булараҡ, тауыш биргәндә ҡайһы бер оппозицион фирҡәләр вәкилдәре, уларҙың проценты ҙур булмаһа ла, ҡаршы тауыш бирә. Республика депутаттарының уртаҡ фекерҙә булыуы төбәктәге башлыҡтың йәмғиәттең төрлө ҡатламдарында ышаныс яулауы хаҡында һөйләй. Ышанам, был ышанысты ул эштә аҡларға тырышасаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика