03:51 (UTC+5), 14 Августа 2010

Физкультурниктар көнө менән!

"Башинформ"
Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә илдә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов спорт ветерандары, тренерҙар һәм спортсылар, физкультура, спорт һәм сәләмәт тормош һөйөүселәр исеменә ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, былай тиелә:
«Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү беҙҙең көндәрҙә социаль сәйәсәттең, милли мәҙәниәттең һәм халыҡтың рухи яҡтан камиллашыуының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Был хәҙерге йәмғиәттә һиҙелерлек урын ала барыусы бөтә спорт индустрияһының нығыныуына этәргес бирә. Эре спорт комплекстары төҙөлөшө, юғары класлы спортсылар әҙерләүҙә һәм уларҙы экипировка менән тәьмин итеүҙә яңынан-яңы технологиялар, спорт медицинаһы үҫеше, шарттарға ярашыуға йүнәлтелгән физик тәрбиә, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн спорт – былар барыһы ла хәҙерге көндә спорт донъяһы йылдам үҫешкән әһәмиәтле йүнәлештәр.
Башҡортостан бөгөн – Рәсәйҙең алдынғы спорт төбәктәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа республика бер нисә тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы ярыштар үткәреү урынына әйләнде. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында юғары кимәлдә халыҡ-ара шашкаларҙа донъя чемпионы исеменә матчтар, биатлон буйынса донъя чемпионаты, боҙҙа мотоуҙыш буйынса шәхси-команда иҫәбенә Европа һәм донъя чемпионаттары һәм башҡа төрлө спорт форумдары үтте.
Республикала кешеләр һаулығын һаҡлау һәм нығытыу өсөн шарттар тыуҙырыу, халыҡта сәләмәт тормош алып барыу тәртибен формалаштырыу буйынса системалы саралар күрелә. Физкультура һәм спорт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, хеҙмәт коллективтарында, уҡыу йорттарында, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, йәшәү урыны буйынса физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр иҫәбен арттырыу буйынса эш артабан да дауам ителәсәк. Йәмғиәтте һауыҡтырыуҙағы дәүләт власы органдарының, профессиональ коллективтың һәм йәмәғәт ойошмаларының тырышлығын киләсәктә лә бергә туплау мөһим.
Башҡортостандың барлыҡ физкультура-спорт берләшмәләренә именлек, спортта уңыштар һәм яңы сағыу ҡаҙаныштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов».
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика