Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Август 2010, 17:24

Рөстәм Хәмитов мәктәптәрҙе юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин итергә ҡушты

2010 йылдың 12 авгусында Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, республиканың мәғариф учреждениелары Интернет ресурстарынан юғары тиҙлектә файҙаланыу менән тәьмин ителәсәк.
Бойороҡҡа мәғлүмәт-коммуникация технологиялары нигеҙендә белем биреү процесын ойоштороу өсөн шарттар булдырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды.
Документҡа ярашлы, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә мәктәптәргә Интернет селтәренә тоташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе “Башинформсвязь» һәм «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә хеҙмәттәрҙең хаҡын арттырмайынса секундына кәмендә 1 Мбит/с тоташыу тиҙлеген тәьмин итеүсе ойоштороу-техник саралар башҡарырға тәҡдим ителә.
Автор:БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: