07:12 (UTC+5), 11 Августа 2010

Мәсетле районынан Ибраһимовтар ғаиләһенә «Газель» микроавтобусы тапшырылды

Марина Шумилова
Ошо арала Мәсетле районынан Ибраһимовтар ғаиләһенә «Газель» микроавтобусы тапшырылды.
Ләлә һәм Флир Ибраһимовтар 40 йыл элек яҙмыштарын бәйләгән. Бәхетле никахта дүрт улдары тыуған. 2008 йылда Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы һәм Флир Әхәт улы тәрбиәгә алынған туғыҙ балаға йәнә атай-әсәй була. Хәҙер Ибраһимовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә 13 бала үҫеп килә. Өс улдары үҙ аллы тормош көтә, үҙҙәренең ғаиләләре, балалары бар. Ә ун бала – ата-әсә тәрбиәһендә. Ибраһимовтарҙың ҙур йортонда Дыуан-Мәсетле ауылында әле 12 кеше йәшәй. Улы ғаиләһендә - балалары һәм ейәндәре менән бергә барыһы менән дә хөрмәтләнгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны - ҡартаталары Әхәт йәшәй.
Ибраһимовтар ғаиләһе —опекундар (попечителдәр), баланы тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләр республика һәм район конкурстары еңеүсеһе, Беренсе дәрәжә дипломы һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләнгән. Һәм әле бына абруйлы ғаиләгә «Газель» микроавтобусы тапшырылды. Башҡортостанда 18 йәшкә тиклемге туғыҙ йәки унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә бушлай «Газель» микроавтобусы бирелә. Микроавтобус алған көндө иң бәләкәйҙәре Рауилға ике йәш тулды. Шуға ла Ибраһимовтар өсөн был көн икеләтә байрамға әйләнде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика