Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
14:32 (UTC+5), 10 Августа 2010

Константин Толкачев Павел Крашенинников менән осрашты

Николай Ермоленко
10 августа республика парламенты бинаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Павел Крашенинников менән эш осрашыуы булды.
Осрашыу барышында Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге тураһындағы мәсьәләләр күтәрелде, республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл һәм республика парламентының закон сығарыу эшмәкәрлеге тикшерелде. Павел Владимирович билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың закон сығарыу инициативаһы тәртибендә индергән закон проекттары һәр саҡ әҙерләнгәнлеге һәм көнүҙәклеге менән айырылып тора.
Парламенттарҙың хоҡуҡ ижад итеүҙә артабан үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Д.А. Медведев тарафынан индерелгән, 1991 йылғы “Милиция тураһында” законды алмаштырырға тейешле “Полиция тураһында” федераль закон проекты әүҙем тикшерелде. К.Б. Толкачев, республиканың депутаттар корпусы был процестан ситтә ҡалмаясаҡ, тип ышандырҙы.
Осрашыуҙа шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Рафаил Зинуров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Зөфәр Еникеев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика