Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Август 2010, 10:23

Умартасылар көнө менән!

Бөгөнгө көн календарҙа Башҡортостан умартасыларының һөнәри байрамы тип билдәләнгән. Ошо айҡанлы республика Президенты Рөстәм Хәмитов уларҙың исеменә ҡотлау ебәрҙе.
Унда, атап әйткәндә, былай тиелә:
«Умартасылыҡ беҙҙең төбәктә тәрән тарихи тамырҙарға, мең йыллыҡ тәжрибәгә һәм бай йолаларға эйә. Башҡорт балы элек-электән уның визит карточкаһы, ә башҡорт бал ҡорто уның ғорурлығы иҫәпләнә. Бал ҡорто күстәренең һаны һәм тауар балы етештереү буйынса республика илдә беренсе урында тора.
Беҙҙең бал һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар ҙур һорау менән файҙалана. Улар Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәргә оҙатыла. Йыл һайын республика умартасылары умартасылыҡ продукттары нигеҙендә аҙыҡ-түлек, дауалау-профилактика һәм косметик продукция эшләгәне һәм етештергәне өсөн бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй наградаларына лайыҡ була.
Беҙҙә умартасылыҡты үҫтереүгә ҙур ярҙам күрһәтелә. Был перспективалы тармаҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы программа уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары етештереү буйынса предприятиелар, белгестәр әҙерләү буйынса белем биреү учреждениелары эшләй.
Тармаҡ артабан да етештереү күләмен арттырыр, фән ҡаҙаныштарын һәм прогрессив технологиялар индереү иҫәбенә үҙенең һөҙөмтәлелеген күтәрер, ауылдың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә ҙур өлөш индерер, тип ышанам.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостан хаҡына хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов».
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: