03:00 (UTC+5), 08 Августа 2010

Төҙөүселәр көнө менән!

"Башинформ"
Августың икенсе йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары исеменә һөнәри байрамдары менән ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, шулай тиелә:
«Төҙөүсе һөнәре беҙҙең илдә элек-электән киң таралған һәм абруйлы профессияларҙың береһе. Һәм бөгөн Төҙөүселәр көнө - ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы ул.
Дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа, иҡтисадты һәм социаль өлкәне модернизациялауҙа һәм инновацион яҡтан үҫтереүҙә республиканың төҙөлөш комплексына айырым урын бирелә. Тармаҡта алдынғы төҙөлөш технологияларын, заманса юғары сифатлы материалдар һәм конструкцияларҙы индереү әүҙем бара. Инвестиция эшәмәкәрлегендә, подряд эштәрен башҡарыуҙа күҙәтелгән ыңғай тенденциялар нығына.
Төҙөүселәр хеҙмәте айырыуса халыҡ тормошоноң матди һәм мәҙәни кимәлен күтәреү өсөн кәрәк. Бөтә донъя иҡтисади көрсөгө шарттарында ла яңы етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереү, төҙөлөш индустрияһы үҫеше, күперҙәр, юлдар һалыу, ҡала һәм ауылдарҙа социаль өлкә объекттары төҙөү дауам итә. Торлаҡ төҙөлөшөнә, шул иҫәптән аҙ ҡатлы төҙөлөшкә, торлаҡ объекттарының ҡулланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Әлеге ваҡытта күләмде эҙмә-эҙлекле арттыра барыу һәм сафҡа индерелеүсе торлаҡ хаҡын арзанайтыу үтә мөһим!
Иманым камил, һеҙҙең йүнселлегегеҙ, оҫталығығыҙ һәм ижади инициативағыҙ тармаҡ предприятиеларын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу һәм финанс йәһәтенән һауыҡтырыу буйынса яуаплы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә, республикала төҙөлөш процесын ойоштороуҙы бар йәһәттән камиллаштырырға булышлыҡ итәсәк.
Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, һеҙҙең бик кәрәкле эшмәкәрлегегеҙҙә яңы етди ҡаҙаныштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З.Хәмитов».
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика