16:25 (UTC+5), 05 Августа 2010

Шамил Вахитов БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
2010 йылдың 4 авгусындағы Башҡортостан Президенты Указы менән Шамил Вахитов БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.
Биографик белешмә. Шамил Хөснулла улы Вахитов 1954 йылдың 4 февралендә Мәләүез районы Ергән ауылында тыуған.
Юғары белемле. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Стәрлетамаҡ” совхоз-техникумын тамамлағандан һуң 1973 йылда Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда ветеринар- техник булып башлай.
1973-1975 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1975-1985 йылдарҙа — Мәләүез районы СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда һөтсөлөк комплексы идарасыһы, колхоз рәйесе урынбаҫары, рәйесе.
1985-1989 йылдарҙа —КПСС-тың Мәләүез ҡала комитетының икенсе секретары.
1989-1991 йылдарҙа—БАССР халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1991-1992 йылдарҙа — БАССР халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы рәйесе.
1992-1995 йылдарҙа — Мәләүез районы хакимиәте башлығы— район Советы рәйесе.
1995-1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары.
1997-2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2001-2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2007 йылдан алып әлеге көнгә тиклем – БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры.
Шамил Вахитов - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Халыҡтар дуҫлығы” һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика