19:36 (UTC+5), 05 Августа 2010

Сергей Афонин Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнгән

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
2010 йылдың 4 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Сергей Афонинды БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Биографик белешмә. Сергей Иванович Афонин 1959 йылдың 25 ғинуарында Күмертауҙа тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау тау-механика техникумын тамамлағандан һуң 1978 йылда Күмертау авиация производство берекмәһендә фрезерлаусы булып башлай.
1978-1980 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
1980 йылда - “Искра” заводында диспетчер, 1980-1990 йылдарҙа — Күмертау авиация производство берекмәһе инженеры, өлкән инженеры, бюро начальнигы, продукция сифатына идара итеү бүлеге начальнигы булып эшләй.
1990-1996 йылдарҙа — Күмертау ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы һәм генераль директоры.
1996 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы булып эшләй. Сергей Афонин - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән бүләкләнгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика