16:17 (UTC+5), 05 Августа 2010

Рөстәм Хәмитов Юрий Пустовгаровты Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләне

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Республика Президенты Рөстәм Хмитов 2010 йылдың 4 авгусында үҙенең Указы менән Юрий Пустовгаровты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Биографик белешмә. Юрий Леонидович Пустовгаров 1964 йылдың 8 ноябрендә Белоретта тыуған. Юғары белемле, Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә инженер-технолог булып башлаған.
1986 — 1996 йылдарҙа - «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡойоу цехы начальнигы урынбаҫары, 1б цехының технология бюроһы начальнигы, план-иҡтисад бүлеге начальнигы.
1996 йылда — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.
1996-1998 йылдарҙа— берекмәнең генераль директоры урынбаҫары – коммерция директоры.
1998 йылда – берекмәнең 1б цехы начальнигы.
1998-2001 йылдарҙа — берекмәнең генераль директоры урынбаҫары - коммерция директоры.
2001-2004 йылдарҙа — «ӨМЭПБ» йәмғиәтенең техник директоры.
2004-2006 йылдарҙа — «ӨМЭПБ» йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы, генераль директоры.
2006 йылда — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры.
2006-2009 йылдарҙа — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры.
2009-2010 йылдарҙа — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры.
2010 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры.
Юрий Пустовгаров «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән маҡтаулы исем йөрөтә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика