Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.72
-0.12
92.41
-0.6
69.28
-0.26
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Август 2010, 20:05

Рөстәм Хәмитов «Межрегионгаз» йәмғиәте башлығы менән осрашты

5 августа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Кирилл Селезнев менән эш осрашыуы үткәрҙе. Башҡортостан менән «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте подразделениеларының төрлө йүнәлештәр буйынса артабан хеҙмәттәшлек итеү проблемалары ҡаралды.
Атап әйткәндә, республика территорияһында газ концернының социаль проекттарын тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барҙы, газ үткәреү программаһына бәйле мәсьәләләр тикшерелде.
Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов менән Кирилл Селезнев шулай уҡ «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге хәлде тикшерҙе. Предприятиены артабан модернизациялау, бөтә социаль бурыстарҙы үтәү зарурлығы билдәләнде.
Автор:БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: