18:50 (UTC+5), 04 Августа 2010

Рөстәм Хәмитов республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашты

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
4 августа Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашыуы үтте.
Осрашыуҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Сырвачева, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, «Кызыл Таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Илүзә Ҡапҡаева ҡатнашты.
Әңгәмә барышында киң мәғлүмәт сараларының йәмғиәт тормошонда үтә мөһим роль уйнауы, һәр төрлө фекер һәм идеялар буйынса фекер алышыу майҙаны булараҡ сығыш яһауы, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. «Минең өсөн киң мәғлүмәт саралары — проблемалар һәм ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәт алыуҙың, йәмғиәттә нимә барғанын, халҡыбыҙҙың нимә менән йәшәүен белеүҙең ышаныслы ысулдарының береһе ул», — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙа Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси һәм эшлекле тормошо ваҡиғаларын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу менән бәйле бихисап һорауҙар теҙмәһе тикшерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика