13:42 (UTC+5), 04 Августа 2010

Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы рәйесе менән осрашыу

БР Президентының матбуғат хеҙмәте / фото: Олег Яровиков
4 августа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы рәйесе Станислав Шевченко менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республикала спортты үҫтереү мәсьәләләре, яңы спорт объекттары төҙөү һәм Өфөлә ҙур ярыштар үткәреү перспективалары ҡаралды.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда волейболды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. “Был - спорттың популяр төрө, һәм беҙ уға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Республика волейболды яңы үҫеш баҫҡысына күтәреү өсөн Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер”, - тине республика Президенты.
Станислав Шевченко Башҡортостан Президентына Бөтә Рәсәй федерацияһының Өфө базаһында волейбол үҙәге ойошторорға теләүен белдерҙе. “Өфөлә яҡшы волейбол йолалары бар. “Нефтсе” һәм “Урал” кеүек клубтар оҙайлы ваҡыт суперлигала сығыш яһаны. Спортты үҫтереү өсөн кәрәкле матди базаның булыуы ла мөһим”, - тине Станислав Шевченко.
Осрашыуҙа йәнә республика волейбол командаларының ил чемпионатында сығыш яһау һәм Өфөлә абруйлы халыҡ-ара ярыштар үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика