Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Август 2010, 17:13

Дыуан районында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡабул итеү бүлмәһе асылды

Дыуан районында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башланы. Ул республика дәүләт власы органдарының гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм халыҡ менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен тәьмин итеү маҡсатында асылған. Бындай бүлмәләр граждандарға власть структуралары менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге бирә.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Мәсәғүт ауылында И. Усов урамы, 96-сы йорт адресы буйынса район хакимиәте бинаһында урынлаштырылды. Ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге өсөн яуаплы тип район Советының баш белгесе Ирина Литовченко тәғәйенләнгән.
Бындай йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Сибайҙа эш башлаған да инде. Яҡын арала Президенттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре Күмертауҙа, Нефтекамала, Учалыла һәм Октябрьскийҙа ла булдырылырға тейеш. Уларҙы ойоштороу Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Республикаһы Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре тураһында»ғы Указына ярашлы алып барыла.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: