07:21 (UTC+5), 02 Августа 2010

Башҡортостан коррупцияға бирелгән тәүге ун төбәк иҫәбендә

Сергей Захаров
Мәскәүҙә һуңғы йылда Рәсәйҙә коррупция менән бәйле хәлдең нисек үҙгәреүе тураһында доклад тәҡдим ителде. Ул «Таҙа ҡулдар» йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә килгән ялыуҙар нигеҙендә әҙерләнгән.
«Новые известия» яҙыуынса, доклад авторҙары Рәсәй төбәктәренең коррупцияға бирелгәнлеге буйынса рейтинг төҙөгән. Дәүләттең баш ҡалаһы – Мәскәү алдынғы урында. Икенсе урын Мәскәү өлкәһендә, өсөнсө урынды Татарстан биләй.
Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Мордовия, Белгород, Новосибирск һәм Нижегородка өлкәләре менән бер рәттән, Башҡортостан да алдағы унау иҫәбендә.
Рәсәйҙең Кеше хоҡуҡтары өсөн адвокаттар ассоциацияһы рәйесе Евгений Архипов әйтеүенсә, коррупция әйләнеше бөгөнгө көндә эске тулайым продукттың 50 процентын тиерлек тәшкил итә.
РФ Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек департаменты мәғлүмәте буйынса, 2010 йылдың беренсе ярты йыллығында ил буйынса ришүәттең уртаса күләме 44 мең һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән, ғинуарҙа ғына 23 мең һум тураһында һүҙ бара ине.
Доклад авторҙары билдәләүенсә, коррупцияны дәүләт кимәлендә еңеү өсөн ике ысул бар. Беренсеһе – тоталитар диктатура урынлаштырыу. Икенсе ысул, асылда, беренсеһенең ҡапма-ҡаршыһы – демократия. «Дәүләт-чиновниктар аппараты, махсус хеҙмәттәр халыҡ, киң мәғлүмәт саралары контроле аҫтында эшләй, ә сәйәси конкуренция механизмы коррупция күренешен мөмкин булмаҫлыҡ итә, йәғни коррупция иҡтисади, социаль ҡараштан да, сәйәси күҙлектән дә файҙаһыҙға әйләнә, - тип аңлата Евгений Архипов. – Коррупция менән уңышлы көрәштең сағыу миҫалын Норвегия, Германия, Италия, Испания, АҠШ бирҙе, иң һуңғы миҫал – Грузия».
Эксперттар шикләнмәй: коррупцияны ике йылда еңергә мөмкин, әммә сәйәси системаның халыҡ идараһына ориентирланған булыуы шарт, тип хәбәр итә newizv.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика