04:00 (UTC+5), 28 Июля 2010

Григорий Рапота Мортаза Рәхимовты ҡотланы

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Рәхимовты юғары дәүләт наградаһы – I дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены алыуы менән ҡотланы.
Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙе юғары дәүләт наградаһы - I дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләү айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Һеҙҙең Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһындағы оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәтегеҙҙе Рәсәй Президенты лайыҡлы баһаланы. Төбәктең уңышлы үҫеше һәм кешеләрҙең тормош кимәлен күтәреү Һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы – йылдам үҫешеүсе төбәк, унда инвестиция ҡеүәте мөмкин тиклем күберәк файҙаланыла, сәнәғәт һәм аграр секторҙа иҡтисади үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыла. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бәйләнештәр нығына. Республикалағы ыңғай үҙгәрештәр күп йәһәттән Һеҙҙең шәхси ҡатнашлыҡ һәм төбәктәге бөтә проблемаларға иғтибар биреүегеҙ һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Г.А. Рапота”.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика