14:37 (UTC+5), 23 Июля 2010

Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының эш күрһәткестәре тикшерелде

Сергей Захаров
— Беҙ кешеләр социаль яҡтан үҙҙәрен уңайлы тойһондар өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, — тип белдерҙе бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалетдинов ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә.
Бында башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының республика халҡының социаль мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ни тиклем һөҙөмтәле эшләүе тураһында һүҙ алып барылды.
Хәҙерге ваҡытта уларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре халыҡтың йәшәү кимәлен, хеҙмәт баҙарын һәм социаль яҡлауҙы сағылдырған 16 күрһәткес һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге 62 күрһәткес буйынса баһалана.
2009 йылда төбәктә хеҙмәткәрҙәрҙең айлыҡ уртаса эш хаҡы элгәре йылға ҡарағанда түбәнерәк булыуы билдәләнә. Белгестәр быны ҡулланыу хаҡтары индексының юғары үҫеш темпы менән бәйләй.
Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында бишенсе урын биләй.
Табыштар структураһында рәсми хеҙмәт хаҡы өлөшө кәмей. Шул уҡ ваҡытта табыштарҙың һалым түләүҙән тайпылыу маҡсатында йәшерелгән йәки кәметелгән башҡа төрҙәре, киреһенсә, арта.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эш хаҡы түләү буйынса һуңлатылған бурыс был ай башынан алып 1,4 тапҡырға артты. «Һуңлатыу» башлыса эшкәртеү производстволарына (14 миллион 241 мең һум), шулай уҡ ауыл хужалығына һәм ағас әҙерләүгә (өс миллион 89 мең һум) тура килә.
Республикала халыҡтың һаулыҡ күрһәткестәре, дөйөм алғанда, ыңғай баһалана: тыуым һәм кешеләрҙең ғүмер оҙайлылығы арта, үлем кимәле, шул иҫәптән әсәләрҙең һәм эшкә һәләтле йәштәге кешеләрҙең, кәмей.
Шул уҡ ваҡытта 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге кешеләр араһында үлемдең артыуы борсой.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар байтаҡ. Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле Волга буйы федераль округы һәм тотош Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән кәмерәк булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡын эшкә урынлаштырыу менән бәйле проблемалар бар.
Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, Башҡортостан әлегә башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының эш һөҙөмтәлелеге күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙең хатта тәүге ун төбәге иҫәбенә лә инмәй.
— Башҡараһы эштәр, айырыуса урындарҙа, байтаҡ әле. Бының өсөн бөтә шарттар бар. Иң мөһиме, бөтә нәмәне законға ярашлы эшләү, — тип һүҙен йомғаҡланы вице-премьер вазифаһын башҡарыусы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика