05:06 (UTC+5), 22 Июля 2010

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив төркөм төҙөлдө

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
21 июлдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһы ҡала округында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив төркөм төҙөү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бойороҡҡа ҡоролоҡҡа һәм ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәренең һәләк булыуына, малсылыҡта хәлдең киҫкенләшеүенә килтергән һауа шарттары менән бәйле һәм халыҡтың социаль яҡланғанлығын тәьмин итеү маҡсатында ҡул ҡуйылды.
Документҡа ярашлы, оператив төркөмгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар планы әҙерләргә һәм раҫлауға индерергә кәрәк. Республика башҡарма власть органдарына ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙың урындағы үҙидара органдары менән берлектә оператив төркөмгә саралар планын бойомға ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушылды.
Оператив төркөм Сибай ҡалаһында урынлашасаҡ.
Бойороҡтоң үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Шамил Вахитовҡа һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалетдиновҡа йөкмәтелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика