09:35 (UTC+5), 15 Июля 2010

Мортаза Рәхимов күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырҙы

Ольга Мортазина
Бөгөн Республика Йортонда «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте.
— Был Башҡортостанда инде 87-се тантана, — тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов. —1943 йылда СССР-ҙа «Герой-әсә» миҙалын индерәләр, ә һуңынан ул нисектер юҡҡа сыға. Ә беҙ республикала 1998 йылда традицияны тергеҙергә һәм күп балалы әсәләр өсөн миҙал булдырып, әсәйҙәр статусын яҡларға ҡарар иттек.
«Әсәлек даны» миҙалы һәм 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие биш һәм унан күберәк бала табып тәрбиәләгән әсәйҙәргә тапшырыла. Ә кемдең ғаиләһендә туғыҙ һәм унан күберәк бала, бушлай «ГАЗель» микроавтобусы бирелә. Республикала 52 тапҡыр «ГАЗель» тапшырылды ла инде.
Бөгөн Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 55 ҡатын-ҡыҙ награда алды. Күп балалы әсәләрҙең күбеһе — йорт хужабикәләре. Әммә улар араһында балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, завод һәм ҡошсолоҡ фабрикалары хеҙмәткәрҙәре, һауынсылар һәм сәскә үҫтереүселәр, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм мәҙәниәт йорто мөдирҙәре бар.
— Беҙҙең турала хәстәрлегегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт, — тип мөрәжәғәт итте Президентҡа Белорет районы Инйәр ҡасабаһының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Фәһимә Йосопова. — Мәктәптәр ҙә бар, юлдар ҙа яҡшы, рәхәтләнеп йәшә лә йәшә генә.
Һәр күп балалы ҡатын-ҡыҙға тиерлек Президент йылы һүҙ тапты, ғаилә ағзаларының һаулығы, хужалыҡтарының именлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Наградланыусылар араһында Башҡортостанға ситтән килеп йәшәүселәр ҙә булды.
— Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт, — тине «Башҡорт ҡош-ҡорто» ҡошсолоҡ фабрикаһы хеҙмәткәре Дурмо Хәмидова.
— Кире ҡайтаһығыҙ килмәйме? — тине йылмайып Президент.
— Юҡ, юҡ, беҙгә бында бик тә оҡшай! — тип ышандырырға ашыҡты ҡатын.
Тантана һуңында бергәләшеп фотоға төштөләр.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика