Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Июль 2010, 11:58

ДОСААФ-тың республика бүлексәһе Рәсәйҙә лайыҡлы урын биләй

Кисә Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Нарышкин видеоконференция режимында илебеҙ граждандарын ҡабул итте.
Видеокәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты.
Өфө мәктәптәренең береһенән 10-сы синыф уҡыусыһы Рафаэль Зарипов Башҡортостан ДОСААФ-ы ҡарамағындағы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге аэроклубты тергеҙеү һәм яңы авиатехника һатып алыуға, уны матди-техник яҡтан тәьмин итеүгә өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте.
Сергей Нарышкин был һорауҙы Башҡортостан Президентына йүнәлтте һәм был проблеманы хәл итеүҙә республика ниндәй ярҙам күрһәтеүе тураһында һөйләүен һораны.
— Бөгөнгө көндә ДОСААФ системаһын һаҡлап ҡалыу проблемаһы бөтә төбәктәрҙә лә киҫкен тора. Башҡортостанда уның тарҡалыуына юл ҡуйылманы, киреһенсә, һаҡлап ҡалынды, мөмкин булған тиклем ярҙам итергә тырышабыҙ. Беренсе сиратта, финанс менән тәьмин итәбеҙ, — тине Мортаза Рәхимов.
Президент ДОСААФ-тың техник яҡтан яңыртылыуына айырым иғтибар бүлде. Бөгөн был көнүҙәк проблема, сөнки техника бик иҫкергән. Шуға күрә федераль үҙәктең ярҙамы ла кәрәк.
— Беҙҙең ДОСААФ төбәк бүлексәһе Рәсәйҙә лайыҡлы урын алып тора. Республика бюджетынан быйыл ун миллион һум аҡса бүленде. Беҙ бының менән ни өсөн шөғөлләнәбеҙ? Сөнки киләсәгебеҙ ватансылыҡ рухында тәрбиәләнгән йәштәр ҡулында, — тип билдәләне Мортаза Рәхимов.
Бөтә Рәсәй ДОСААФ ижтимағи-дәүләт ойошмаһы рәйесе Сергей Маев, торлаҡ йорттар араһында урынлашҡан Муса Гәрәев исемендәге аэродромды күсереү мәсьәләһен беренсе сиратта хәл итергә кәрәклеге хаҡында әйтте. Ихтимал, ул тиҙҙән Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылына күсерелер.
— Республика етәкселеге менән берлектә был проблеманы хәл итербеҙ тип уйлайым, — тине видеоконференция ваҡытында Сергей Маев. Ул шулай уҡ Башҡортостан ДОСААФ-ының авиация паркы тәртипкә килтереләсәк, атап әйткәндә, быйыл ике вертолетты ремонтлау планлаштырыла, тип хәбәр итте.
Сергей Нарышкин Өфө аэроклубын тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләрҙе контролдә тотоуҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапотаға йөкмәтте. Тулы хоҡуҡлы вәкил: «Был проблема киң таралған күренеш» тип яуап бирҙе.
— Бөгөн Башҡортостанда ДОСААФ системаһына булышлыҡ итеү өсөн күп эшләнә, ләкин федераль үҙәк ярҙамынан тыш, был мәсьәләне хәл итеү һәм техниканы яңыртыу ауыр буласаҡ, — тине Григорий Рапота. Сергей Нарышкин уның фекере менән килеште.
— Ысынлап та, был дөйөм проблема, шуға күрә был мәсьәләне бергәләшеп хәл итергә кәрәк, — тине Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: