13:18 (UTC+5), 14 Июля 2010

Хөкүмәттә элекке хөкөм ителеүселәрҙе социаль адаптациялау мәсьәләһе тикшерелде

Сергей Захаров
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев рәйеслегендә хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса хөкүмәт комиссияһының ултырышы үткәрелде.
Атап әйткәндә, хөкөм язаһын тултырып ҡайтҡан кешеләрҙе йәмғиәткә яраҡлаштырыу буйынса эш торошо тураһында һүҙ алып барылды.
Рафаил Диваев әйтеүенсә, былтыр язаларҙы үтәү учреждениеһынан 6400-ҙән ашыу кеше азат ителде, шул иҫәптән 1710-ө шартлы рәүештә алдан сығарылды.
Хәҙерге ваҡытта эске эштәр органдарында иркенән мәхрүм итеү урындарынан ҡайтҡан 17 мең самаһы кеше иҫәптә тора, шул иҫәптән ике меңдән ашыу кеше – шартлы рәүештә алдан азат ителгән.
Вице-премьер, хөкөм ителгән кешеләрҙе социаль яраҡлаштырыу буйынса Башҡортостан тәжрибәһе федераль кимәлдә бер нисә тапҡыр билдәләнде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шул уҡ ваҡытта былтыр республикала рецидив енәйәтселектең үҫеүе билдәләнде. Етмәһә, енәйәттәрҙең 70 проценттан ашыуы даими табыш сығанағы булмаған элек хөкөм ителгән граждандар тарафынан яһалған.
Республикала Хөкүмәт бойороғо менән иркенән мәхрүм итеү урындарынан азат ителгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн саралар планы раҫланған.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр элекке хөкөм ителеүселәр иҫәбенән 442 кеше эшкә урынлаштырылған. Федераль бюджет средстволарынан уларға матди ярҙам күрһәтеүгә 210,5 мең һумдан ашыу аҡса түләнгән. Республика предприятиеларында улар өсөн йыл һайын эш урындары квотаһы булдырыла, профессиональ уҡытыу үткәрелә, квалификацияны күтәреү курстары ойошторола.
Үткәрелгән сараларҙың төбәктә рецидив енәйәтселек менән хәлгә ыңғай йоғонто яһауы билдәләнде.
Быйыл йыл башынан алып хөкөм ителгән кешеләр тарафынан уҙған йылдың ошо уҡ осорондағыға ҡарағанда енәйәттәр 8,4 процентҡа кәмерәк яһалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика